Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант - 2026

17 апрелдә Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант үтә. Быйыл уның текстары Рәсәй халыҡтарының берҙәмлек йылына, Башҡортостанда иғлан ителгән Ҙур һәм татыу ғаилә йылына, шағир һәм мәғрифәтсе Ғәли Соҡоройҙоң тыуыуына 200 йыл тулыуға арнала.

Акцияның маҡсаты — башҡорт теленә һөйөү, ҡыҙыҡһыныу уятыу, туған телде өйрәнеүгә киң йәмәғәтселектең иғтибарын йәлеп итеү, тел мәҙәниәтен үҫтереү, милләт-ара татыулыҡты пропагандалау.

Тулыраҡ мәғлүмәтте "Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант" акцияһы сайтында bashdictant.ru/ һылтанмаһы буйынса ҡарарға мөмкин.

Ҡалала диктант яҙыу өсөн махсус майҙансыҡтар эшләйәсәк: Моделле үҙәк ҡала китапханаһында, Ленин урамы,1 (сәғәт 11:00) һәм 25-се башҡорт гимназияһында, Ғөбәйҙуллин урамы, 4а , (сәғәт 11:00).

Акцияға теләгән һәр кем ҡушыла ала: йәш һәм йәшәү урыны буйынса сикләүҙәр юҡ.
Был мөһим сарала тел һөйөүселәр, уҡыусылар, уҡытыусылар һәм башҡорт мәҙәниәте менән ҡыҙыҡһыныусыларҙың барыһы ла – майҙансыҡтарҙа ла, онлайн-форматта ла ҡатнаша ала.

 
По теме